Ural Vasyaty

AY YOLA

    Continúa después del anuncio

    Борон-борон-борондан
    Башлана шул васыят
    Урал батыр ҡалдырған
    Йолаларҙың асылы
    Килә торор халыҡҡа
    Яуызлыҡ гел яу булып
    Һәәәәй
    Ябырылыр дау булып

    Ирмен, тигән ир-батыр
    Шып-шым ҡарап торормо?
    Яуызлыҡҡа баш эйеп
    Ҡолдай ярап торормо?
    Яҡшылыҡҡа, яҡшылыҡ
    Ҡыла торған йола бар!
    Яуызлыҡҡа, ҡаршы яу
    Сыға торған йола бар!
    Һәй! Һәй! Һәй! Һәй!

    Борон-борон-борондан
    Башлана шул васыят
    Урал батыр ҡалдырған
    Йолаларҙың асылы
    Килә торор халыҡҡа
    Яуызлыҡ гел яу булып
    Һәәәәй
    Ябырылыр дау булып

    Continúa después del anuncio

    Ерем-халҡыма бөрктөм
    Йәншишмәнең бар һыуын
    Ҡанда, мәңгелек тамсыһы
    Белһен шуны hәр быуын!
    Бик борондан hәp батыр
    Иле өсөн яратыр
    Ныҡ тотор ул йоланы
    Халҡы өсөн йән атыр

    Йәншишмәнең һыу юлын
    Һеҙгә әйтеп ҡалдырам
    Уның юлы, яратыу
    Уның юлы, тоғролоҡ
    Яратыу үҙ халҡыңды
    Яратыу үҙ телеңде
    Тоғролоҡ үҙ илеңә
    Тоғролоҡ үҙ динеңә

    Борон-борон-борондан
    Башлана шул васыят
    Урал батыр ҡалдырған
    Йолаларҙың асылы
    Килә торор халыҡҡа
    Яуызлыҡ гел яу булып
    Һәәәәй
    Ябырылыр дау булып

    Борон-борон-борондан
    Башлана шул васыят
    Урал батыр ҡалдырған
    Йолаларҙың асылы
    Борон-борон-борондан
    Башлана шул васыят
    Урал батыр ҡалдырған
    Йолаларҙың асылы

    Información de la canción

    Composición:

    ¿Los datos están equivocados?

    Enviar revisión

    Canciones relacionadas